1. Ученикам
  2. Новости
  3. Рҽспубликабыҙҙа бик матур байрам - Әсә көнө.

Рҽспубликабыҙҙа бик матур байрам - Әсә көнө.

Декабрь 1, 2025 Просмотров: 549
Рҽспубликабыҙҙа бик матур байрам - Әсә көнө. Әсәйҙәр тураһында күпме генә һөйләһәңдә уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрлөк түгел. Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған,тыуған телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?
Бөгөн беҙҙең мәктәптә Әсә көнөнә арналған ял кисәһе булып үтте.Әсәйҙәрҙе мәктәп директоры Инсур Рәмил улы Утәбаев һәм профком рәйесе Шәфҡәт Юлай улы Ғәликәев ҡотлап , изге теләктәрен теләнеләр. Уҡыусылар , уҡытыусылар әҙерләгән концерт номерҙары менән башланып китте сара.Һәр сығыш ихлас алҡыштар менән оҙатылып барҙы. Мәктәп коллективы тарафынан әҙерләнгән буләктәр тапшырылды. Әсәйҙәр менән ойошторолған уйындар концҽрт номҽрҙары мҽнән үрҽлҽп барҙы.Аҙаҡ тәмлҽ күстәнәстәр мҽнән сәйҙәр эсҽп таралыштыҡ. Байрам барыһына ла оҡшаны.
Ҡәҙерле әсәйҙәр !
һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын!
#Дҽньматҽри