1. Ученикам
  2. Новости
  3. Профориентация - йәштәрҙе ирекле

Профориентация - йәштәрҙе ирекле

Декабрь 29, 2025 Просмотров: 1
Профориентация - йәштәрҙе ирекле, аңлы һәм үҙаллы һөнәр һайлауға әҙерләүҙең фәнни нигеҙләнгән системаһы. Ул һәр шәхестең  индивидуаль үзенсәлектәрен дә, хеҙмәт ресурстарын ,йәмғиәт мәнфәғәттәрен дә тулыһынса бүлеү кәрәклеген дә иҫәпкә алырға тейеш.
Шуға күра беҙҙең бурысыбыҙ-үҫеп килеүсе быуынға ҡарарҙарҙы дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтеү һәм төрлө һөнәри эшмәкәрлек буйынса тулы һәм төплө мәғлүмәт биреү. Тап ошо маҡсат менән бөгөн беҙҙең мәктәптә 9-10 -сы класс уҡыусылары өсөн беҙҙең мәктәпте тамамлап,әлеге ваҡытта Ҡазан юғары танк команда училищеһында уҡып йөрөүсе Ҡунафин Айрат Фәиз улы менән йәнле осрашыу үткәрелде. Ул уҙенен уҡыу йорто тураһында тулы мәғлүмәт биреп,уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап та бирҙе,үҙенең янына уҡырға саҡырҙы.
Һөнәр донъяһы күп төрлө һәм үҙгәреүсән.
Бөгөнгө осрашыу ҙа,моғайын, кемгәлер киләсәктә үҙ юлын дөрөҫ һайларға ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ.