1. Ученикам
  2. Новости
  3. Яңы йыл каникулдары күңелле һәм файҙалы сараларға бай булды.

Яңы йыл каникулдары күңелле һәм файҙалы сараларға бай булды.

Январь 5, 2026
Яңы йыл каникулдары күңелле һәм файҙалы сараларға бай булды. Беҙҙең мәктәптә «Яңы йыл ғаилә уйындары» шаулап-гөрләп үтеп китте! Был спорт байрамына Килдеғол һәм Бәләкәй Ҡыпсаҡ филиалдарынан да ҡунаҡтар килде.
Ярыштарҙа иң әүҙем, татыу һәм етеҙ ғаиләләр ҡатнашты:
Яхиндар
Балғазиндар
Ҡарамышевтар
Мөхәмәтғәлиндар
Мөхәмәтҡоловтар
Уйындар бик ҡыҙыу барҙы: һәр ғаилә үҙенең берҙәмлеген, етеҙлеген күрһәтергә тырышты. Тырыша торғас, иң көслөләр билдәләнде. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Ҡарамышевтар ғаиләһе абсолют еңеүсе булды! 2 урынды Мөхәмәтҡоловтар, 3 урынды лайыҡлы рәүештә Мөхәмәтғәлиндар ғаиләһе яуланы!
Ҡарамышевтар ғаиләһе район күләмендә үтеүсе ярышта мәктәп данын яҡлаясактар. Уларға уңыштар һәм һынатмауҙарын теләп ҡалайыҡ.
Бөтә ҡатнашыусыларҙы ла ҡотлайбыҙ! Ошолай татыу булып, спорт менән дуҫ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Байрам бүләктәр һәм яҡшы кәйеф менән тамамланды.
Спорт — ул сәләмәтлек кенә түгел, ә ғаиләләрҙе берләштереүсе ҙур көс тә!