1. Ученикам
  2. Новости
  3. Ҡоштар — тәбиғәт күрке

Ҡоштар — тәбиғәт күрке

Апрель 27, 2026 Просмотров: 126
Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү, балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү маҡсатында уҡыусылар өсөн “Ҡоштар — тәбиғәт күрке” исемле уйын — кисә үткәрелде. Сарала уҡыусылар беҙҙең яҡта йәшәүсе ҡоштар менән таныштылар, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, ребустар, кроссвордтар, йомаҡтар систеләр. Шулай уҡ балалар билдәләре буйынса ҡошто таныу, ҡырҡылған ҡоштарҙан тиҙ арала ҡошто төҙөү кеүек сослоҡто һынаған уйындарҙа ла ҡатнаштылар. Уҡыусылар тәбиғәт күрке булған ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы яҡларға, һаҡларға икәнлегенә тағы бер ҡат төшөндөләр. Ҡоштар көнө айҡанлы үткән был сара барыһына ла бик оҡшаны.