Ауылым тарихы
Мәғәриф
Әбделмәмбәт урта мәктәбенә 1930 йылдарҙа нигеҙ һалына, тәүге уҡытыусы булып сәсән һәм мәғрифәтсе Сабирйән Мөхәмәтзәкир улы Мөхәмәтҡолов тора. 1938 йылда башланғыс мәктәп ете йыллыҡ мәктәпкә, ә 1978 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә.1996 йылда 108 уҡыусыға иҫәпләнгән 2 ҡатлы таш мәктәп сафҡа инә. 2010 йылдан Килдеғол һәм Ҡолғана мәктәптәре Әбделмәмбәт урта мәктәбенең филиалдары булып һанала.
Урман хужалығы
Әбделмәмбәт ауылында урман хужалығы 1964-1965 йылдарҙа барлыҡҡа килә.
1.Ғәлиәкбәров Ғәлийән
2.Сәлихов Ғәлийән
3.Ғәтиәтуллин Басир
4.Хөснитдинов Ғәле
5.Яхин Дамир
6.Яхин Рауил эшләй.
Мәҙәниәт йорто
1.Шәрипова Зөбәйлә Зәкир ҡыҙы
2.Ҡорманаева Фәрзәнә Сабиров ҡыҙы
3.Ғөбәйҙуллин Ғилмишәриф Мөхәмәт улы
4.Байрамғолов Зәкир Нотфулла улы
5.Ҡолдәүләтов Рәйел Рафиҡ улы
6.Ғәлиәкбәрова Миңһылыу Кинйәбай ҡыҙы үҙ эшен намыҫ менән башҡара.
1959 йылда ошо уҡ зданиела библиотека асыла, китапханасы булып Яхина Зәкиә Хәбир ҡыҙы эшләй. 1978 йылда яңы клубҡа нигеҙ һалына, ә 2018 йылда ППМИ проекты сиктәрендә тағы ла өр-яңы клуб үҙ ишектәрен аса.
Почта
Әбделмәмбәт ауылында почта бүлексәһе һуғыш йылдарынан алып эшләй.Беренсе почта етәксеһе Ғөбәйҙуллин Шәриф була. Һуңынан бик оҙаҡ йылдар Усманова Вәсимә Әхмәт ҡыҙы етәксе вазифаһын башҡара.
Колхоз
1929-1930 йылдарҙа Әбделмәмбәт, Килдеғол, Байғаҙы, Яуымбай ауылы крәҫтиәндәренән колхоз ойошмаһы төҙөлә. Колхоздың үҙәк усадьбаһы - Ҡыпсаҡ ауылы, тәүге председателдәре, Псәнчина Фатима инәй хәтерләүенсә Сырлыбаев Малабай, Зәкирова Зәкиә инәй хәтерләүенсә, Миңдеғолов Абдрахман эшләй.
1.Ҡарамышева Хәнифә
2.Байрамғолова Хәйриямал
3.Сырлыбаева Камила.
Балалар баҡсаһы
Әбделмәмбәт ауылында тәүге балалар баҡсаһы 1983 йылдың август айында асыла. Тәүге мөдире Ҡаһарманова Бикә Мөхәмәдйән ҡыҙы
Тәүге хеҙмәткәрҙәр:
1.Ҡаһарманова Бикә –тәрбиәсе
2.Дауытова Зәкирә – тәрбиәсе ярҙамсыһы
3.Ҡарамышева Миңзәлә –ашнаҡсы
4.Мәсәғотова Айбикә – кер йыуыусы булып эшләй.
Элемтә
1960 йылдар башында ауылға электр уты үткәрелә. Байназар ауылынан Сәфиуллин Низам өйҙәргә сымдар һуҙған. Байрамғолов Вәлит ауылдың электр станцияһында эшләгән. Бик оҙаҡ йылдар элемтәмонтёры булып Дауытов Рәшит Юныс улы эшләй.
1980 йылда “Урал ” колхозы АТС төҙөтә.
Медпункт
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, тиф ауырыуына ҡаршы көрәш мәлендә, Байрамғолов Зәкир
апаның йәшәп ятҡан өйөнөң бер яҡ бүлмәһендә медпункт асыла. Беренсе шәфҡәт туташы булып Биндурина Ефросинья эшләй.