Экспонаты
213. Һарауыс
Һарауыс.Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме, маңлай биҙәүесе.
ХХ быуат башы.
Һарауыс өҫтөнән ҡайһы бер ҡатындар таҫтар ураған, яулыҡ та ябынған. Беренсенән, сәсе, маңлайы ябыулы булған. Икенсенән, ҡашмау кейгән саҡта ҡатын-ҡыҙҙың башына тәңкәләр һәм мәрйендәрҙең даими рәүештә ҡағылып, маҙаһыҙлап тороуҙан һаҡлаған.
Ғәҙәттә, туй һәм сабый тыуыу йолаларын үтәгәндә бүләк итеп бирелгән. Башҡортостандың Урал аръяғында, көньяҡ-көнсығыш райондарында таралған.
Тәғәйенләнеше буйынса, һарауыс — «кейәүгә сығыу һәм ир ҡатыны, әсә булып үҫешеүенә бәйле йола әйбере».
Закирова Зәкиә Сабирйән ҡыҙы килтергән (1921).
122. Киндер салбар

Киндер салбар.Холщовые штаны.
Киндерҙе һыуға һалып сереткәндәр. Талҡыға һалып төйгәндәр. Килелә иләгәндәр.
111. Киндер салбар

Киндер салбар.Холщовые штаны.
Киндерҙе һыуға һалып сереткәндәр. Талҡыға һалып төйгәндәр. Килелә иләгәндәр.
104. Киндер тоҡ

Эркет һыпырғыс. Черпак.
Оҙаҡ йыйылған әсе ҡатыҡты (ғәҙәттә, унан ҡорот ҡайнаталар) ҡуйыу өсөн ҡашыҡ.
Закирова Зәкиә Сабирйән ҡыҙы (1921).
93. Борғоса (көрөҫ күсәре).

Борғоса (көрөҫ күсәре).Вал.
Станоктың артҡы бейек бағаналарына беркетелгән өйөрөлөп торған күсәр.
92. Сабата

Сабата. Лапти.
Йүкәнән үреп эшләнгән ғәҙәти аяҡ кейеме. Ололарҙыҡы.
Сәйфитдинов Сәғәҙәтдин Фәзлетдин улы (1936).
84. Айыу ҡапҡаны

Айыу ҡапҡаны.
Медвежий капкан.
Ике тимер дуғанан, пружина һәм сирткенән торған, айыуға һунарға сыҡҡанда ҡуллана торған тимер ҡорама.
Усманов Рәвил Илдар улы килтергән.
78. Ҡуҙ үтек

Үтек.Утюг.
Йыуылған кер, кейем-һалымдың сырышын яҙыу, шымалау өсөн ҡулланылған элекке әйбер. Эсенә ҡуҙ һалып ҡулланылған.
Мәсәғотов Заһир Рәжәп улы (1982).
77. Ҡом көршәк

Ҡом көршәк. Горшок из керамики.
ХХ быуат.
Байназарова Рауза Бирғәле ҡыҙы.
Утта, мейес эсендә аш-ыу әҙерләү өсөн.
72.

Яҙыу машинаһы.Машинка пишущая портативная.
механик, электромеханик йәки электрон-механик прибор, клавишалар йыйылмаһы менән йыһазландырылған, клавишаға баҫҡанда тейешле символ ҡағыҙға баҫала. XIX—XX быуаттарҙа киң ҡулланыла. Әлеге ваҡытта яҙыу машиналарының күпселеге ҡулланылыштан сыҡҡан, уларҙың функцияларын принтерҙар менән йыһазландырылған персональ компьютерҙар башҡара.
71. Тимер ҡумта

Хаждан алып ҡайтылған тимер ҡумта.Железный ящик из хаджа.
XIX быуат аҙаҡтары-ХХ быуат баштары.
Мостафа олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре тапшырған.
69. Еҙ ижау

Ҡулдан эшләнгән еҙ ижау.Медный ковш русной работы.
Сөләймәнова Миңнур Әмир ҡыҙы(1960).
68. Тимер өҙәнге

Тимер өҙәнге.
Стремя.
Эйәрҙең аяҡты кейҙереп, баҫып ултыра торған өлөшө.
ХХ быуат аҙағы.
64. Баҡырса

Сабирйән сәсәндең еҙ баҡырсаһы.Медный чайник Сабирйяна сэсэна.
Закирова Зәкиә Сабирйән ҡыҙы (1921).
Утта сәй ҡайнатыу өсөн кәрәкле һауыт-һаба
53. Керосин шәм

Керосин шәме.Керосиновая лампа.
Юлдашева Сәриә Зәкир ҡыҙы килтергән.
Керосин ҡойолғандан һуң, ул милтәгә (таҫмаға) һурыла ла, шырпы менән тоҡандырыла.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: 1960-сы йылдарҙа колхоздың электрик станцияһы төҙөлгән Тик киске ун икелә свет һүндерелгән, йәйгелек эшләмәгән. Ҡыпсаҡҡа высоковольтный бағаналар менән электр 1975-се йылдарҙа ғына килеп еткән.
51. Ағас ҡалаҡтар

Ағас ҡалаҡтар биҙәлгән.Деревянные ложки расписные.
Махмутов Ишберҙе эшләгән, Даутова Гөлдәр Рәис ҡыҙы биҙәгән.
50. Ҡурғаш һалдат ҡалағы.

Ҡурғаш һалдат ҡалағы. Свинцовая солдатская ложка.
Сөләймәнова Миңзифа Хәҙис ҡыҙы
38. Суҡмар өлөшө

Суҡмар өлөшө. Часть навершия булавы.
Һунар кәрәк-ярағы.
Усманов Зәбир Зөбәир улы
34. Уҡ башы конус формаһында

Уҡ башы (конус һымаҡ). Наконечник стрелы в форме конуса.
Мәктәп баҡсаһынан табылған.
27. Туҡмаҡ

Туҡмаҡ.Гиря.
Сәғәттең механизмын хәрәкәткә килтереү өсөн тағылған ауырлыҡ.
ХХ быуат.
25. Пулемет лента

Пулемет лентаһы.Пулеметная лента.
Атыу ҡоралын, ғәҙәттә пулеметты, хәрби етештереү өсөн патрондар менән тула торған махсус таҫма.
Мухаметгалин Сәлих Абдулхалиҡ улы.
17. Һалдау

Һалдау өс тешле.
Острога с тремя зубцами.
Тар ҡорос осло оҙон таяҡ рәүешендәге балыҡ тотоу ҡулайламаһы.
Усманов Зәбир Зөбәир улы.
16. Ҡул бысҡыһы

Ҡулдан эшләнгән бысҡы. Пила ручной работы.
Тешле-тешле үткер ҡорал.
Байрамғолов Зәкир Нотфулла улы.
12. Һөңгө башы

Һөнгө башы.
Наконечник копья.Алаша башынан табылған.
Усманов Ғаяз тапшырған.
Тимер осло, оҙон һаплы боронғо яу ҡоралының табылған өлөшө.
9. Башмаҡ

Ҡыҙҙар туфлийы.
Усманова Фәнзиә Салауат ҡыҙы (1987) тапшырҙы. Уға был экспонат өләсәһе Буранова Ғилмикамалдан ҡалған.
Бәләкәй Ғилмикамалға туфлиҙы уның атаһы үҙ ҡулы менән тегеп биргән.
Әлегә мәлдә Фәнзиә Шәйхелисламова Ҡариҙел районының Яугилде ауылында ике малайға әсәй булып донъя көтә.
ХХ б беренсе яртыһына ҡарайҙыр ул
7. Граната

Ф-1 гранатаһы (оборонаныҡы).Граната Ф-1 (ручная противопехотная оборонительная).
Ҡул менән ташлай торған бәләкәй снаряд.
Шәмиғолов Азат Мөбәрәк улы.
5. Ҡоштабаҡ

Ҡоштабаҡ.Деревянная чаша.
ХХ быуат башы. Мөхәмәтйәнова Сания Йосоп ҡыҙы (1945).
Ситтәре ҡалпаҡ сите кеүек ситкә ҡайырылып, йәйелеп тора торған йәйенке табаҡ.












































































































































































