1. Учителям
  2. Новости
  3. Дублёрҙар көнө.

Дублёрҙар көнө.

Октябрь 10, 2023 Просмотров: 208
5 октябрҙә мәктәптә Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам – Дублёрҙар көнө үтте. Уҡытыусылар-уҡыусы ролендә булһа, ә инде уҡыусылар- уҡытыусы булараҡ үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Уйын формаһында булһа ла, уҡыусылар уҡытыусы эшенең ни тиклем ауыр, яуаплы, ләкин шул уҡ ваҡытта ни хәтлем ҡыҙыҡлы ла икәнен аңлағандарҙыр моғайын.
Уҡыусылар йөкмәткеле, сағыу концерт номерҙары бүләк итһәләр. Ә, мәктәп директоры һәм профсоюз ойошмаһы рәйесе, оҙайлы һәм тырыш хеҙмәттәре өсөн Артур Зәйнетдин улына һәм Ғәлиә Фауариз ҡыҙына почёт грамоталары тапшырып үттеләр. Эйе, ни тиһәң дә уҡытыусы эше ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Ниндәй генә заман килһә лә, уҡытыусы һөнәре иң кәрәкле һәм шул уҡ ваҡытта иң ауыры булып ҡала. Уҡытыусы – һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә...